Балыҡ һалынған һауытты фольга менән ҡаплап ҡуйғас, уның файҙалы элементтары ла, тәме лә һаҡлана. Бағры тиҙ бешеп сыға, 20 минутта әҙер була.
Нимәләр кәрәк? Ҙурыраҡ бағры балығы, ҡырғыстан үткәрелгән бер аш ҡалағы имбирь, бер лимон, бер помидор, 50 грамм аҡ май, бер аш ҡалағы базилик, бер аш ҡалағы зәйтүн майы.
Иң тәүҙә балыҡты матур итеп таҙартып йыуабыҙ, йөҙгөстәрен ҡырҡып ташлайбыҙ. Зәйтүн майы менән һөртөп сығабыҙ. Артабан лимон һуты, имбирь, базилик һалып маринад әҙерләйбеҙ. Уға бағрыны ярты сәғәткә һалып ҡуябыҙ.
Шунан табаға фольга йәйәбеҙ ҙә түңәрәкләп ҡырҡылған помидорҙарҙы “түшәп” сығабыҙ. Өҫтөнә балыҡты һалғас, аҡ май һөртәбеҙ ҙә фольга менән ябабыҙ. Мейесте 180 градусҡа ҡуйып, 20 минутта бешереп алабыҙ.
Яратҡан рецептарымдың икенсеһе. Беҙгә бер килограмм ауырлыҡтағы бағры, бер килограмм таҙартылған картуф, бер әфлисун, ике аш ҡалағы зәйтүн майы, тоҙ һәм тәмләткестәр кәрәк буласаҡ. Өҫтәмә аҙыҡ-түлек: бер тоҙло ҡыяр, биш аш ҡалағы ҡаймаҡ, әнис, бер аш ҡалағы лимон һуты.
Яҡшы итеп йыуылған бағрыны зәйтүн майы, тоҙ менән ыуабыҙ. Табаның аҫтына фольга түшәп, ҡырҡылған әфлисун өлөштәрен йәйеп сығабыҙ ҙа балыҡты һалабыҙ. Картуфты бер тигеҙ түңәрәктәргә бүлеп, бағрыны шуның өҫтөнә һалырға ла мөмкин. Ябып, мейескә оҙатабыҙ. 180 градуста 35 минут бешә.
Соус әҙерләйбеҙ. Ваҡ итеп туралған тоҙло ҡыярҙы ҡаймаҡҡа һалабыҙ, тәмләткес үләндәрҙе ваҡ ҡына турап, лимон һутын ҡоябыҙ ҙа бергә болғатабыҙ. Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк: лимон һуты менән ныҡ мауығырға ярамай, сөнки бағрының тәмен боҙоуы мөмкин. Тағы ла шампиньон бәшмәген турап һалһағыҙ ҙа була.