Новости
4 Марта 2020, 04:40

Канализация ҡоҙоғона ҡолап төшкән

Белорет ҡалаһында 51 йәшлек ир канализация ҡоҙоғона ҡолап төшкән. Үтеп барыусы уға «Ашығыс ярҙам» саҡыртҡан.

Ҡаланың Горький урамында була был хәл. Үтеп барыусы йылылыҡ селтәре ҡоҙоғонан килгән ыңғырашыу тауышын ишетеп, ҡоҙоҡҡа күҙ һала. Уның төбөндә ауыртыныуҙан ыңғырашып ятҡан ирҙе күрә. Ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар, альпинистарҙың ҡорал-ҡорамалы ярҙамында зыян күреүсене өҫкә сығарып, табиптар ҡулына тапшырған.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты асыҡ ятҡан люктарҙы, ҡоҙоҡтарҙы күреүселәргә уның янына яҡын бармаҫҡа, кисекмәҫтән ҡаланың дежур хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.
Фото:Башинформ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Kanalizatsiya-o-o-ona-olap-t-shk-n-147084/
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас