Шиғыр һөйләү буйынса Өфө ҡалаһынан Әлфирә Әсәҙуллина – 1-се, Ейәнсура районынан Рәмзилә Ҡолһарина – 2-се, Ишембай ҡалаһынан Роберт Горбунов 1-се урын яуланы. Йыр башҡарыу оҫталығында Стәрлебаш районынан Зөфәр Атанғоловҡа етеүсе булманы. Ә Ишембай районынан Әлфинур Хәсәнова менән Стәрлетамаҡтан Фәиз Үҙәнбаев 2-се, 3-сө урындарҙы яуланы.
Ҡыҫҡа метражлы фильмдар буйынса Ейәнсура районынан Рәфис Ҡуйбағаровтың ”Ҡәҙер” фильмы, һис шикһеҙ, 1-се урынға лайыҡ булыуына тамашасылар ҙа шаһит булды. Биш минут тирәһе барған был картинаны сара барышында күрһәтеп, автор алҡыштарға күмелде.
Стәрлетамаҡтан “Яратам” фильмы менән Шамил Байрамғолов – 2-се, Әбйәлил районынан Иҙристовтар – 3-сө урын алды.
Асылмалар буйынса Сибайҙан Гүзәл Бүләкәнова – 1-се, Дәүләкәндән Альбина Бәширова – 2-се, Октябрьский ҡалаһынан Анна Дубинина 3-сө урын яуланы.
Фотолар буйынса Әбйәлил районынан Теләүғоловтар ғаиләһенә – 1-се, Өфө ҡалаһынан Гөлнара Шафиҡоваға – 2-се, Миәкә районынан Таңсулпан Әхмәроваға 1-се урын бирелде.
Бейеү буйынса Салауат районынан Нияз Ғәлиуллинға етеүсе булманы. Атай кеше кескәй улы менән сәхнәгә сығып бейей башлағайны, тамашасылар ҡул саба башланы! Афарин ир-егеттәргә! Сибай ҡалаһынан Фәтхетдиновтар – 2-се, Стәрлетамаҡтан Фәиз и Илһам Уҙәнбаевтар 3-сө урынға лайыҡ булды. Флешмоб буйынса Стәрлетамаҡтан Лоҡмановтар – 1-се, шул уҡ ҡаланан Регина Ҡаҙбулатова – 2-се, Сибай ҡалаһынан Алһыу Фәтхетдинова 3-сө урынға лайыҡ булды.
“Етегән” конкурсында республиканың 13 ҡалаһынан, 24 районынан 700 ашыу кеше ҡатнашҡан. Әйткәндәй, Норильск, Сорғот ҡалаларынан да ҡатнашыусылар булған. Шул иҫәптән йырға – 68, бейеүгә – 111, флешмобҡа – 150, фильмға – 65, шиғырға – 46, асылмаға – 43, фотоға 217 ҡатнашыусы эшен тәҡдим иткән.
Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, шағирәләр Тамара Юлдашева, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Йәштәр Хөкүмәте етәксеһе Ислам Төхвәтуллин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин тәбрикләне.
Ә бит республикала “Демография” милли проекты бурыстарына ярашлы “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабын үткәреү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан 2019 йылдың 30 апрелендә 427-се ҡарар нигеҙендә ойоштороу комитеты раҫланғайны, сараның положениеһы ла бар. Тап бына ошондай милли проекттар ярҙамында был конкурстың статусын тағы ла күтәрергә мөмкин. Киләсәктә был сара Хөкүмәт тарафынан яҡлау табып, дәүләтселектең бер тармағы булған ғаилә институтын нығытыуға үҙ өлөшөн индерер тигән өмөт ҙур.
Конкурстың башында торған ойоштороусы, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова йәмәғәтселек башланғысындағы сараға Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһенә, баһалама ағзаларына рәхмәт әйтте. Тамашаны ла төбәк артистары әҙерләгән, режиссеры Зиннур Сөләймәнов.
Сарала Стәрлетамаҡтар Тимерғәлиевтар ғаиләһе иң күркәм ғаилә булараҡ тәбрикләнде. Улар биш балаһын да милли рухта тәрбиәләй, сәхнәгә лә милли кейемдә сыҡтылар. Афарин уларға! Бына ошондай ғаиләләр беҙгә өлгө булырға тейеш. Әсәй кеше нимә эшләһә лә ҡыҙҙарын бергә йөрөтөп, эшләтеп үҫтерә, ә атай кеше улдарын ир-егет һөнәрҙәрен өйрәтеп тәрбиәләй. “Беҙ ҡатмарлы, үтә ҡатмарлы демография осорона индек...” тигәйне Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғатнамәһендә. Ошо ҡатмарлы осорҙо бары тик күп балалы ғаиләләрҙе, ижади ғаиләләрҙе, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барғандарҙы хуплап ҡына, дәүләт ярҙамы ла күрһәтеп еңеллек менән уҙып китеп булыр.