Новости
4 Март 2020, 04:20

Беҙҙекеләр - Мәскәүҙә!

Кисә, 3 мартта, Мәскәүҙә РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ауылдың социаль өлкәһе хеҙмәтсәндәре менән осрашты.

Был мәртәбәле сарала беҙҙең республиканан ике шәп уҙаман - Әбйәлил районы Байым күп функциялы мәҙәниәт йорто директоры Марс Сәйетғәлин менән Йылайыр сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн коррекцион интернат-мәктәп директоры Рәмил Ишембәтов ҡатнаша.
Осрашыуҙа ауылдарҙың социаль-иҡтисади үҫешенә ирешеү, ауыл һәм экологик туризмды популярлаштырыу, ауыл ерендә урынлашҡан мәҙәниәт учреждениеларына бар яҡлап ярҙам күрһәтеү, белем биреү һәм медицина учреждениеларын юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләр ҡарала.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Be-ekel-r-M-sk-148009/
Фото: М. Сәйетғәлин.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас