Өфөнөң Орджоникидзе районындағы Төҙөкләндереү хеҙмәте майҙансығында Башҡортостан Башлығы соҡорҙарҙы ямау ҡорамалдары менән танышты. Хеҙмәт етәксеһе Рөстәм Сәйәхов әйтеүенсә, бөтә машиналар эшкә әҙер.
– Техниканың етмәүе аңлашыла, әммә ул бар. Эште дөрөҫ ойоштороу мөһим, – тине Радий Хәбиров.
“Ремстройдормаш” заводында ул юл тамғалары яһау участкаһында булды.
“Транспорт сәғәте”ндә соҡорҙарҙы ямау, юл тамғаларын яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде. “Башкиравтодор” йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Пролипото һәм Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов юлдарҙы ремонтлау, соҡорҙарҙы ямау тураһында һөйләне. Әйткәндәй, апрелдә “Башкиравтодор” 26 асфальт-бетон заводын асырға ниәтләй.