Көлгән ваҡытта ирендәрегеҙгә сыңарсаҡ бармаҡ менән тейәһегеҙме? Улай икән, һеҙ үҙ баһаһын белгән, һәйбәт ҡағиҙәләр хаҡында үҙ фекере булған, йәмғиәт үҙәгендә булырға яратыусан ҡатын – ҡыҙ.
Көлгәндә ауыҙығыҙҙы ҡул менән ҡаплаһағыҙ, тимәк, һеҙ үҙ көсөгөҙгә бик үк ышанмаусан, йомоҡ, баҫалҡы ҡатын – ҡыҙ. Беҙҙең кәңәш – үҙегеҙҙе “ашап”, бәҫегеҙҙе төшөрөп, баһаны түбән ҡуйып, ҡәҙерһеҙләнмәгеҙ.
Көлгән ваҡытта башығыҙҙы артҡа ташлайһығыҙмы? Тимәк, һеҙ кешегә тиҙ ышаныусан, балаларса ихлас һәм ябайһығыҙ. Тойғолар хисендә йөҙөргә яратаһығыҙ, дуҫтар менән туғандарығыҙға мул ҡуллыһығыҙ. Әммә тойғо менән генә эш итмәгеҙ – ҡайһы бер мәсьәләләрҙә тойғоларға ғына таянһағыҙ, хаталарҙың ишәйеүе лә мөмкин.
Көлгән ваҡытта битегеҙгә йәки башығыҙға ҡағылаһығыҙмы? Һеҙ – хыял һәм хис диңгеҙендә бик оҫта йөҙәһегеҙ. Был, әлбиттә, насар түгел, әммә ҡайһы саҡ, бөтөнләй буш хыялдарҙан баш тартып, тормошҡа ашырлыҡ хыялдарға ғына көс түкһәгеҙ, үҙегеҙгә лә, яҡындарығыҙға ла яҡшыраҡ булыр.
Көлгән ваҡытта танауығыҙҙы сирыштырһағыҙ – һеҙҙең тормошҡа ҡараштарығыҙ һәм мөнәсәбәттәрегеҙ бик тиҙ үҙгәреүсән. Кәйеф ҡоло булыу бик үк һәйбәт түгел, ваҡыт үтеү менән мыжыҡ йәки талапсан кешегә әйләнеп китеүегеҙ бар.
Ауыҙҙы ныҡ йырып көләһегеҙ икән, һеҙ дәртле, күңелле ҡатын – ҡыҙһығыҙ. Аҙыраҡ ҡына тыйнаҡлыҡ бер ҙә артыҡ булмаҫ. Бик ҡыҙыҡ һәм матур һөйләһәгеҙ ҙә, тыңлай белеү ҙә кәрәк бит!
Ишетелер – ишетелмәҫ кенә, башығыҙҙы эйеп кенә көләһегеҙ икән – һеҙ бик намыҫлы, йомшаҡ күңелле кешеһегеҙ. Һеҙ эшегеҙҙе генә түгел, хатта хистәрегеҙҙе лә тәртипкә һалып өйрәнгәнһегеҙ. Һеҙ барыһы менән дә ҡәнәғәт, һеҙҙең менән дә барыһы ла ҡәнәғәт.
Көлгән ваҡытта эйәгегеҙҙе тотаһығыҙмы? Тимәк, һеҙ нисә йәштә булһағыҙ ҙа, күңелегеҙ менән йәш һәм алсаҡ булып ҡаласаҡһығыҙ. Был хәлгә һеҙҙе осратҡан һәр кеше аптырар. Әммә был насар түгел. Һеҙ башҡаларҙың йәшәйешенә дәрт һәм күңеллелек бөркәһегеҙ.
Көлгән ваҡытта күҙ ҡабағын ҡыҫаһығыҙмы? Һеҙ – үҙегеҙҙе бик яратҡан, баһағыҙҙы юғары билдәләгән кеше. Һеҙ эшһөйәр һәм маҡсатлы, үҙегеҙгә һәм башҡаларға ҡарата ла талапсан һәм ҡаты ҡуллы. Әммә һәр ваҡыт, һәр эштә “ ете тапҡыр үлсәү” ялҡытып китмәйме?
Ә инде һеҙ нисек булһа ла көлһәгеҙ – кешеләр фекеренә иҫегеҙ китмәгән, үҙ белдеге менән йәшәгән кешеһегеҙ. Әлбиттә, һеҙҙең бойондороҡһоҙ холҡоғоҙ күбеһенә оҡшамай, әммә бар кешегә лә ярап булмағанын үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ.
Әлбиттә, көлөү ысулдары ла, кеше холоҡтары ла күп төрлө. Донъяла нисә кеше бар – шул тиклем төрҙә көлөү, шул тиклем холоҡ. Шул уҡ ваҡытта уртаҡ ғәҙәттәр ҙә бар. Әле беҙ шул уртаҡлыҡтар тураһында һүҙ йөрөттөк. Ә, ғөмүмән, ихлас көлгән кеше, ихласлыҡ үҙе үк тормошто биҙәй. Шулай булғас, нисек көлһәгеҙ ҙә, көлөгөҙ.