Новости
3 Март 2020, 06:04

Юл фажиғәләре - 1 март

1 март көндө республика юлдарында өс автомобиль аварияһы теркәлгән, биш кеше травмалар алған, тип хәбәр итә БР ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.

Көндөҙ Нуриман районында, Өфө-Павловка автоюлының 52-се саҡрымында, 22 йәшлек егет ВАЗ-2114 машинаһында ыңғай килгән ВАЗ-2110 машинаһына бәрелгән.
ВАЗ-2114 машинаһының ике пассажиры, 35 һәм 24 йәшлек ҡатындар, дауаханаға эләккән. Шулай уҡ икенсе автомобилдең дә 39 йәшлек пассажиры йәрәхәттәр алған.
Тәүлек эсендә 45 иҫерек водитель тотолған, урланған ике автомобиль эҙләп табылған.
Фото: Фейсбуктан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-1-mart-146296/
Читайте нас