Был аноним ойошма өлкәндәргә тәү тапҡыр ғына ярҙам итмәй. Егеттәр йыш ҡына хәйриә акциялары ойоштора, мохтаждарға матди ярҙам күрһәтә. Бөтә изге эштәрен камераға төшөрөп, социаль селтәргә һалһалар ҙа үҙҙәренең йөҙөн бер ҡасан да күрһәтмәйҙәр.” Беҙ изге эште дан өсөн башҡармайбыҙ, ә башҡаларға өлгө өсөн ҡылабыҙ,” - ти Денис менән Дмитрий.
Шулай итеп, бер көндә 15 пенсионерға бушлай аҙыҡ-түлек алырға ярҙам итте егеттәр. Ә ололар нисек ҡабул итте был көтөлмәгән хәлде? Тәүҙә ышанманылар, аптыраштылар, аҙаҡ шатлыҡтарынан, егеттәргә рәхмәт әйтеп, ҡосаҡлаштылар. Яҡшылыҡ та ҡайһы саҡ шаҡ ҡатыра шул.