Новости
3 Март 2020, 08:42

“Йәшел”гә сыҡһаң да ҡурҡыныс

11 йәшлек бала урам аша сыҡҡанда машина аҫтында ҡалған. Ул: “Мин “йәшел” ут тоҡанғас ҡына юл аша сыға башланым”, тип раҫлай. Тик водитель генә үҙ ғәйебен танымаҫҡа тырыша. Хәҙер баланың аяҡтары гипста.

Был хәл Өфөнөң Вологодская менән Азатлыҡ урамдары киҫелешендә булған. Юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған малайҙың аяҡтары һынған. Атаһы күңелһеҙ хәлдең шаһиттарын эҙләй.
- Водитель авария урынынан ҡасмаһа ла, хәл бәхәсле, - ти атай кеше. - Улым йәшел утҡа сыҡтым тип раҫлай, ә ул саҡта машина боролорға уйлаған. Һәр водитель боролошта йәйәүленең өҫтөнлөккә эйә булыуын яҡшы белә. Улымдың әйтеүенсә, тәүҙә бер машина боролған, уныһын үткәреп ебәргән, тик икенсеһен абайламай ҡалған.
Әгәр ҙә кемдер был хәлгә шаһит булған икән, беҙгә яҙығыҙ, тип хәбәр итә Ufa1.ru порталы.
Фото:Ufa1.ru
Читайте нас