Новости
3 Март 2020, 08:33

Таңһылыу апайҙың гөлдәре

Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәгән Таңһылыу Нурғәлинаның матур шөғөлдәре бихисап: моңло итеп йырлай, сигеү сигә, мәрйен теҙә, селтәрҙәр яһай. Дәртле ағинәй – “Ҡурыуҙы" халыҡ фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ ағзаһы. Үҙе кеүек оҫтабикә ханымдар менән ауылда үткән барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнайҙар.

Таңһылыу Һиҙиәт ҡыҙының тағы бер матур шөғөлө – гөл-сәскәләр үҫтереү. Бөгөн уның өйөндә 50-ләп гөл үҫә. Шаулап сәскә атҡан гөлдәр күңелде күтәрә, өйгә йәм өҫтәй, ти уңған хужабикә. Йәйгеһен уларҙың ҡайһы берҙәрен тышҡы баҡсаға сығара.
Таңһылыу апайҙан гөл үҫтереү серҙәре менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.
– Әллә ни сере юҡ инде, иң мөһиме – яратып бағырға кәрәк. Тупраҡтарын алмаштырып торорға кәрәк. Мин магазинда һатылған тупраҡҡа көл, әҙерәк ҡом һалып болғайым, һауыттың төбөнә ваҡ таштар, күмер һалам. Ҡышҡыһын ҡар һыуын иретеп ҡоям, йәйгеһен ямғыр һыуы ҡулланырға тырышам.
Ашламаларға килгәндә, сауҙа нөктәләрендә һатылған универсаль ашламалар ҙа бик яҡшы үҫеүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ банан ҡабығын һыуға һалып әсетеп ҡоям. Әммә, алда әйткәнемсә, иң мөһиме – яратыу. Мин гөлдәрем менән һөйләшәм, һәр иртәлә уларҙы сәләмләйем, ә улар мине матур сәскәләре менән һөйөндөрә, – тине Таңһылыу Һиҙиәт ҡыҙы.
Ә беҙ уға ҡулығыҙҙан – ҡот, йортоғоҙҙан бәрәкәт китмәһен, күңелегеҙ ҙә үҙегеҙ үҫтергән гөлдәр кеүек һәр ваҡыт матур булһын, тигән изге теләктәребеҙҙе еткерҙек.
Фотолар: Т. Нурғәлинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/Ta-iliu-apay-i-g-ld-re-146543/
Читайте нас