Новости
3 Март 2020, 08:35

Тәмле ризыҡ - көршәктә

Уның өсөн беҙгә картуф, һунарсы (“охотничья”) колбасаһы, кишер, томат пастаһы, һарымһаҡ, тоҙ, борос, ҡәнәфер, сыр, әнис, петрушка кәрәк.

Тәүҙә картуфты таҙартып, кубиклап турайбыҙ. Шунан колбасаны түңәрәкләп киҫәбеҙ. Табала кишерҙе ҡыҙҙырабыҙ. Томат пастаһы, әҙерәк кенә һыу, тоҙ, борос, ҡәнәфер һалабыҙ. Һәйбәтләп бутап көршәктә 45 минут бешерәбеҙ. Әҙер ризыҡҡа киҫелгән әнис, петрушка, сыр өҫтәп өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас