Новости
3 Март 2020, 08:45

Сәтләүектең файҙаһын күрегеҙ

Аҙнаһына ике мәртәбә бер ус сәтләүек ашаһаң, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан вафат булыу ихтималы 35 процентҡа, инсультҡу дусар булыу мөмкинлеге 25 процентҡа кәмей.

Ғалимдар инфаркт һәм инсультты киҫәтеү өсөн күберәк әстерхан сәтләүеген, йөрәк ҡан-тамырҙары ауырыуына ҡаршы урман сәтләүеген ашарға кәңәш итә.

Сәтләүектәр араһында файҙалы матдәләре буйынса әстерхан сәтләүегенә тиңдәр юҡ. Әллә баш мейеһенә оҡшағанға күрә, уның нәҡ бына ошо ағзаға файҙаһы ҙур, тип әйтергә лә булы уйынлы-ысынлы. Кардиология һәм онкология сирҙәренә ҡаршы бер тигән сара. Ҡан баҫымын тейешле күләмдә тотоу, иммунитетты нығытыу өсөн дә табиптар шул ризыҡты көн һайын ашарға ҡушалар. Бынан тыш ул ашҡаҙан, йөрәк, эсәк, бауыр, бөйөр һәм ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙарын киҫәтеүҙә лә файҙалы.
Ул ғына түгел, хафаланһағыҙ, йоҡоһоҙлоҡтан интекһәгеҙ, ошо сәтләүекте ауыҙ итегеҙ. Башығыҙ ауыртһа, хәтерегеҙ насарланһа ла, әстерхан сәтләүеген ашарға кәрәк.
Биш сәтләүектә С витаминының тәүлек нормаһы, составында биотин да бар. Был элемент сәстәрҙе нығыта, уларҙы ҡоолоуҙан һаҡлай. Әстерхан сәтләүеге ҡатын-ҡыҙҙарҙың айлыҡ ауыртыуҙарын кәметә. Ауырлы ҡатындар уны ашаһа, балаһында ризыҡҡа аллергия булыу ихтималлығы бермә-бер кәмей. Даими ашағанда ирҙәрҙең енси көсһөҙлөгөн дауаларға булыша. Ә бына таҙа кешеләргә уның менән артыҡ мауығыу килешмәҫ. Уларға сәтләүекте көнөнә 30 граммдан артыҡ ашарға ҡушылмай.
Фото Интернет селәтренән.
Читайте нас