Хужалыҡ етәксеһе Раил Фәхрисламов белдереүенсә, заман талаптарына яуап биргән комплексты төҙөү бер нисә этапта башҡарылған. Тәүҙә каркаслы-тент менән ябылған ҡура төҙөлгән. Был эш Өфөнөң “Агрорешение” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәренә йөкмәтелгән, һәм улар әлеге бурысты тулыһынса атҡарып сыҡҡан. Артабан Даниянан “голштин” тоҡомло таналар ҡайтарылған, әйткәндәй, улар Әбйәлил ерен үҙ иткән. Әле таналарҙың быҙаулаған осоро, бөтәһе 170 быҙауҡай яңы урында донъяға килгән дә инде.
Һуңғы этапта Голландиянан ҡайтарылған роботтарҙы монтажлау эштәре менән тулыһынса “РОБОТЕКС” фирмаһы вәкилдәре шөғөлләнгән.
– Бындай ҙур майҙанлы, тент менән ябылған роботлаштырылған ферма Рәсәйҙә әлегә юҡ. Алты роботты ла монтажлау эштәрен беҙҙең фирма башҡарҙы, артабан да сервис хеҙмәтләндереүҙе үҙебеҙ алып барасаҡбыҙ, – ти йәмғиәттең генераль директоры Илдар Ҡарабаев.
Ысынлап та, яҡты һәм йылы бинала ҡара-сыбар малҡайҙарға бесәнде робот һала, уларҙың аҫтын да заман техникаһы таҙарта. Яңы сафҡа ингән комплекста бөтәһе алты робот урынлаштырылған. Әле уларҙың дүртәүһе көн дауамында 200-гә яҡын тананы һауып өлгөрә. Компьютер артында тик бер оператор эшләй. Компьютер ярҙамында тейешле ваҡыт еткәс, кәрәкле һыйыр эҙләп табыла, һәм ул робот янына индерелә. Тәүҙә малҡайҙың елендәре йыуыла, таҙартыла, артабан еңелсә массаждан һуң уға һауын аппараты кейҙерелә. Был ваҡытта малдың алдына бик “тәмле” аҙыҡ һалына. Тейешле һөт һауылып алынғас, компьютер уны сортҡа бүлеп, төрлө һауыттарға ҡоя. Робот шулай уҡ һәр малдың һаулығын даими күҙәтә.
Ҡасандыр тик сит илдәрҙә генә күргән, заман талаптарына яуап биргән һөт фермалары хәҙер үҙебеҙҙең төбәктә асылыуы күптәр өсөн ышана алмаҫлыҡ хәл кеүек тә күренәлер. Әммә уның нисек эшләүен һәм ысынлап та һыйырҙарҙы робот һауыуын үҙеңә күрергә кәрәк. Иң мөһиме: яңы комплекста малдар өсөн бер ниндәй ҙә хәүеф булмаҫҡа тейеш, әгәр малҡай саҡ ҡына стресс кисерһә лә уның һөт биреү кимәле түбәнәйә. Шуға күрә бында бөтә нәмәне робот башҡара: уның махсус иҫкәртеү сигналы бар. Мәҫәлән, ул малдың алдына һалынған бесәнде яҡынайта йә иһә һыйыр аҫтын таҙарта икән, уларға яҡынлашыу менән үҙ сигналын ебәрә. Уны һәр һыйырҙың муйынына беркетелгән махсус ҡоролма аша малҡай ишетә һәм заман техникаһына юл бирә. Шулай уҡ малдың тәне ҡысыһа, бының өсөн махсус электр щеткаһы урынлаштырылған, уның янына барып торһа, “һә” тигәнсе ул массаж яһап та ҡуя. Бында һәр нәмә һәм малдың һәр аҙымы етди күҙәтеү аҫтында. Бинаны даими елләтеү өсөн махсус вентиляторҙар эшләй.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙ сығышында роботлаштырылған фермаларҙың заман талабы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм был яңылыҡтан бер нисек тә ҡасып ҡотолоп булмауын белдерҙе. Шуға күрә малсылыҡ буйынса республика кәңәшмәһенең тап Әбйәлил ерендә үтеүен билдәләне. “Красная Башкирия” кооперативының матур башланғысын башҡалар ҙа күрһен, танышһын һәм киләсәктә уларҙа ла роботлаштырылған фермалар сафҡа инһен тигән маҡсат күҙ уңында тотолдо, әлбиттә.
Әйткәндәй, алдынғы хужалыҡ бер ферма менән генә туҡталып ҡалмаясаҡ, ошо уҡ комплекстың икенсеһен төҙөү ҙә планлаштырыла. Әлеге сафҡа ингән ферманың проект хаҡы – 250 миллион һум тирәһе, дөйөм инвестиция күләме – 420 миллион һумға яҡын. Республика ҡаҙнаһынан тентлы ферманы төҙөү, таналар һатып алыуҙың ярты хаҡына тиң субсидия биреү ҡаралған. Хужалыҡ етәкселәре әйтеүенсә, төҙөлөшкә киткән сығымдар өс-биш йыл эсендә үҙен аҡларға тейеш. Бөгөнгә иһә был хужалыҡта республикала ғына түгел, Бөтә Рәсәй буйынса Европа илдәренә хас булған стандарттарға ярашлы, иң таҙа һәм сифатлы һөт һауыла.
Роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы етәксеһе Илдус Һабанбаев әйтеүенсә, әле һәр һыйырҙан бер һауғанда 25 килограмм һөт һауыла, һауым көн һайын арта бара. Бер һыйыр көнөнә дүрт тапҡыр һауыла. Киләсәктә бер һыйырҙан йылына 9 мең килограмм һөт һауыу күҙаллана.
“Бөгөн сифатлы һәм юғары продуктлы һөт менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Бигерәк тә Мәләүез һөт комбинаты етәкселегендә Әбйәлил һөтө ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, сөнки комбинат киләсәктә балалар аҙығын етештереү буйынса киптерелгән һөт цехы асыуҙы планлаштыра. Ә бының өсөн роботтар һауған һөттән дә юғары сифатлы аҡты табыу мөмкин түгел”, – ти Илшат Фәзрахманов.
Тимәк, хужалыҡ етәкселәрен һөттө ҡайҙа тапшырырға тигән һорау борсомай. Был юҫыҡта “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Раил Фәхрисламовтың үҙ ҡарашы: “Киләсәктә беҙҙең продукцияны һатып алыусылар буласаҡ. Быны ваҡыт үҙе күрһәтәсәк”.
Әле заман талаптарына яуап биргән өр-яңы ферманы күргәс, ғәжәпләнеү һәм һоҡланыу аша робот һыйыр һауа, робот аҙыҡ тарата, робот аҫтын таҙарта, тип әйтергә генә ҡала...
Әбйәлил районы.