Новости
3 Март 2020, 06:26

Помидорҙы иртә ултыртырғамы?

Боросто ҡасан ултыртырға? Бында ике факторҙы иҫтә тоторға кәрәк. Беренсеһе, һеҙ һайлаған сорттың үҙенсәлектәре (иртә өлгөргән сорт күсереп ултыртҡансы – 60, һуң өлгөргәне 75 көн торорға тейеш). Икенсенән, һирәкләү-һирәкләмәү. Һирәкләгәндән һуң нығыныу өсөн боросҡа 10 көн ваҡыт кәрәк. Климатҡа бәйле һауа шарттарын иҫәпкә алып, төп урынға күсереп ултыртыу ваҡытын билдәләйҙәр.Ул 10 – 15 көндә шыта, яҡтылыҡ ярата һәм әкрен үҫә. Көндөҙ уның үҫентеһенә 26, 27 градус йылылыҡ кәрәк.


Баклажанды даими урынға сығарғансы ике ай ваҡыт үтергә тейеш. Беҙҙә уны июнь башында ултырталар. Орлоҡтар шытып сыҡҡансы 12 көн ваҡыт үтә.
Помидор ултыртыу өсөн беҙҙең төбәктә февраль аҙағы, март башы ҡулай.
Ябыҡ грунт өсөн февралдә ултыртыу яҡшы. Май башында теплицаға сығарһағыҙ, 65 – 70 көн ваҡыт кәрәк. Иртә лә, һуң да ултыртырға ярамай. Уларға әлегә ҡояш йылыһы етмәй. Һуң өлгөрә торған помидорҙы 25 мартҡа тиклем сәсергә мөмкин. Өйҙә сәскә атып ултырған помидор һеркәләнә алмай. Был уның уңышын да кәметә.
«Гигант розовый», «Бычье сердце», «Сахарный гигант», «Гигант красный» сорттары эре була. Тоҙлау өсөн «Дамские пальчики», «Каспар», «Челнок», «Бетте», «Джина» һәйбәт.
Помидор үҫенте булып тәҙрә төбөндә 60 көн ултырырға тейеш.
Орлоҡтоң F1 тип тамғаланған төрҙәре күп. Уларҙы ултыртҡанда һыуларға ярамай. Бындай гибрид йәшелсә, сәскәләрҙең орлоғон да алып булмай.

Фото: Т.Аманов
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/pomidor-y-irt-ultyrtyr-amy/
Яңылыҡ авторы: З. ЙӘҺҮҘИНА
Читайте нас