Новости
3 Март 2020, 08:11

“Беҙ әҙер! Тәүгеләрҙән булып башлайбыҙ!”

Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә мөһим яңылыҡ менән башланды. Бынан ары Башҡортостанда мәрхүм булған туғандарҙы һәм яҡындарҙы иҫкә алыр өсөн дөйөм Хәтер көнө барлыҡҡа килә. Ул бөтә дин вәкилдәренә лә ҡағыласаҡ. Был көн 2 майҙа билдәләнәсәк.

Оператив кәңәшмәлә хәбәр ите­леүенсә, уҙған аҙнала республика юлдарында 43 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 50 ке­ше йәрәхәтләнгән һәм бер кеше һәләк булған. Республиканың Тран­спорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ти­мур Мөхәмәтйәнов белдере­үенсә, насар күрһәткестәр бер ни тиклем кәмегән кеүек. Тик Баш­ҡортостан Башлығы Радий Хәби­ров был һандарҙан ҡәнәғәт ҡалманы.

Янғындарға килгәндә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт коми­теты рәйесе Фәрит Ғүмәров бел­де­реүенсә, уҙған аҙнала 105 янғын сыҡҡан, уларҙа өс кеше һәләк булған.

– 8 Март байрамы етеп килә. Йыллыҡ статистика буйынса, байрам осоронда янғындар һәм улар­ҙа һәләк булғандар һаны арта. Шуға күрә муниципалитеттарға быны иғтибарҙа тоторға, имен булмаған кешеләрҙең өйҙәренә йөрөргә кәңәш ителә, – тине ул.

Республикала ике боҙло кисеү ябылған. Һауа шарттарына ярашлы, оҙаҡламай башҡалары ла ябы­лып бөтәсәк. Оператив кәңәш­мәлә шулай уҡ ташҡынға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды.

Соҡорҙар күп булыуҙан ҡурҡмағыҙ

“Беҙҙең республика кешеләре өсөн юлдарҙағы соҡорҙо ямау темаһы бик ауыр. Күптәр тәгәр­мәсен юғалта, машинаһын боҙа, – тине Радий Хәбиров. – Ҡыш быйыл бик ауыр булды. Темпе­ра­тураның “һикереүе” юл япма­һын ныҡ боҙҙо. Был турала халыҡҡа һөйләргә кәрәк. Юлдың ни өсөн насар икәнлеген улар белеп торһон. Бик ауыр күрһәткестәр менән башлайбыҙ эште”.

Ремонт эштәре әҙерәк йы­лытҡас, 15 апрелдә, башлана һәм 15 июндә тамамланырға тейеш. Әлеге ваҡытта соҡорҙарҙы һан­лаш­тырыу эше бара. Бында “Юл эксперты” ҡушымтаһы ярҙамға килергә тейеш. Радий Фәрит улы был эште республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына, былтырғы­һынан айырмалы, сифатлы үтәргә ҡушты.

– Эште сифатлы башҡарыу өсөн бәләнең ни тиклем ҙур булыуын аңлау шарт: соҡорҙар күп­ме, уларҙың күләме, ҡайҙа урынлашыуы. Был эш муниципалитет башлыҡтары иңенә ята. Һеҙ тәжрибәле юлсылар бригадаһын төҙөгөҙ. Улар ай дауамында биләмә буйлап йөрөргә һәм соҡорҙарҙы теркәргә, документтар әҙерләргә тейеш. Мин хакимиәт башлыҡтары эшмәкәрлеген шулай баһалаясаҡмын: кем әҙерәк соҡор таба, шул – ялҡау, яуапһыҙ, кемдә күберәк – уларға афарин. Бында һеҙҙең биләмәлә соҡорҙар күп тип ҡурҡырға ярамай. Киреһенсә, был һеҙҙең эшкә яуап­лы ҡарашығыҙҙы күрһәтәсәк, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе баш ҡаланың Пугачев урамына баҫым яһаны. Ҡыштан һуң урам бик ҡурҡыныс хәлдә, һәм унда тиҙ арала эш башларға кәрәк. Был йәһәттән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин пландар тураһында һөйләне һәм, проблемалы урамдар тәү сиратта эшләнәсәк, тине. Баш ҡалала ремонт эштәре 15 февралдә башланған.

Беҙ – тәүгеләрҙән

Билдәле булыуынса, уҙған аҙна аҙағында республикала “Юғары ос” мәктәп белем биреүенең II форумы үткәйне. Кәңәшмәлә уға йомғаҡтар яһалды. Төп доклад менән мәғариф министры Айбулат Хажин сығыш яһаны.

Форум уҡыусыларҙың һаулы­ғына арналды. Һүҙ уларҙың физик, рухи, әхлаҡи һаулығы тура­һында барҙы. Быйыл был ҙур сарала мәктәп директорҙары ғына түгел, ә ата-әсәләр ҙә ҡатнаша алды. Улар үҙ фекерен белдерҙе, белгестәрҙе тыңланы.
Форумдың иң мөһим яңылығы – 1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә башланғыс класс уҡыусылары өсөн туҡланыу бушлай буласаҡ. Владимир Путин быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә, был эште кемдең ҡулынан килә – яңы уҡыу йылынан, кем әҙер түгел, өс йылдан башларға мөм­кин, тигәйне. Беҙҙең республика өс йыл көтмәҫкә һәм быйылдан башларға булды. Ғөмүмән, мәктәптәге туҡланыу – Радий Хәбиров өсөн мөһим темаларҙың береһе. Ул тәүге көндәрҙән үк туҡланыу сифатына иғтибар итә.

– Беҙ әҙер, 1 сентябрҙән баш­лайбыҙ. 1 сентябрҙән ата-әсәләр өсөн дегустация ойошторорға кәрәк. Улар балаларын нисек ашатҡанды күрһендәр, – тине Радий Хәбиров.

Форумда башҡа мөһим мәсьә­ләләр ҙә күтәрелде. Улар араһын­да – берҙәм мәктәп формаһын индереү, дәрестә кеҫә телефоны менән файҙаланмау, мәктәптәрҙә көрәш секцияларын асыу, йөҙөргә өйрәтеү проектын киңәйтеү, “Терра бала саҡ” проектын башлау, инвалид балалар өсөн инклюзив уҡытыу методикаһы, хәүефһеҙ интернет булдырыу һәм башҡалар.

Сәсеүгә әҙербеҙ

Тиҙҙән яҙғы сәсеү эштәре башланасаҡ. Уға әҙерлек тураһында вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.

– Быйыл яҙғы сәсеү эштә­ренә 13,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Был былтырғы менән сағыштырғанда 870 миллион һумға күберәк. Сәсеү майҙаны 3 миллион гектар тәшкил итә, шулай уҡ былтырғы менән сағыш­тырғанда 4,5 процентҡа күберәк. Уларҙың 2 миллион гектары яҙ сәселгән баҫыуҙар өлөшөнә тура килә. Республикала һөтсөлөк проекттары артыу сәбәпле, мал аҙығы сәсеү ҙә артасаҡ, – тине ул.

Оператив кәңәшмәлә башҡа төрлө мөһим мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Улар араһында льготалы категориялы граждандарҙың газ үткәреүгә сертификаттар алыуы, республикала социаль реклама үҫеше һорауҙары ҡаралды. Газ үткәреү өсөн сертификаттарға килгәндә, проект сағыштырмаса яңы башланды. Тик уның ыңғай һөҙөмтәләре бөгөндән күренә.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов белдереүенсә, әлегә республикала социаль реклама тармағы бик үҫешмәгән. Реклама биреүселәр түләүле майҙан­сыҡтар һатып алғансы, рекламаларын арзанға “кәртәләргә” йәбештереү яҡлы. Бында бик күп килем юғала. Радий Фәрит улы был мәсьәлә ме­нән юғары кимәлдә шөғөл­ләнергә ҡушты. Законһыҙҙарын алып ташларға, тик рөхсәт ителгәндәрен генә ҡуйырға тигән бурыс ҡуйылды.


Читайте нас