Новости
3 Март 2020, 06:28

Бәлә - эскелектән

Стәрлетамаҡта 31 йәшлек ҡатын 47 йәшлек ирен бысаҡ менән сәнскеләгән.

Бер кистә ир менән ҡатын уртаҡ таныштары компанияһында араҡы эсеп ултырған.
Ултыра торғас, ир менән ҡатын ирешеп киткән.
Ә ҡасан ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙы талашып еңгәне бар?
Әлбиттә, бер ҡасан да. Был ирҙең дә һүҙ запасы бөткәс, ул ҡатынын еңә алмай, уға йоҙроҡ менән ташланған.
Ҡатын да юғалып ҡалмаған, бысаҡ алып, иренә бер нисә тапҡыр сәнсеп өлгөргән.
Ир әлеге ваҡытта дауаханала ята.
Ҡатынына ла, уға ла ҡарата енәйәт эштәре асылған. Әлегәсә тикшереү бара, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/B-l--eskelekt-n-143090/
Читайте нас