Новости
3 Марта 2020, 08:36

Бәхеткә күрә, балалар зыян күрмәгән

Дәүләкән районында мәктәп автобусы ҡурҡыныс юл ваҡиғаһына тарыған. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «ПАЗ» автобусы дәрестәрҙән һуң уҡыусыларҙы алып ҡайтып барған саҡта, уға юғары тиҙлектә «Исузу» маркалы йөк автомобиле килеп бәрелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәл Шишмә – Аксеново - Ҡырғыҙ-Миәкә автоюлының 48-се километрында теркәлгән. Автобустың артҡы өлөшө һәм бамперы ныҡ йәмшәйгән.
Авария ваҡытында автобус эсендә ун бала булған, бәхеткә күрә уларҙың береһе лә зыян күрмәгән. 44 йәшлек уҡытыусы ғына медицина ярҙамы һорап мөржәғәт иткән.
Юл ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Фото: БР буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән.
  • Читайте нас