Новости
3 Март 2020, 08:28

“Айтуған” барыһын таң ҡалдырған!

“Һеҙҙең менән хатта бейеге килеп китте! Миңә ныҡ оҡшанығыҙ! Республикағыҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһанығыҙ”, – тине билдәле йырсы Вера Брежнева.

“Фольклорҙы ныҡ яратам. Сығышығыҙ күңелемә бәлзәм булып ятты, – тип үҙ фекерен белдерҙе Алла Сигалова, яҡташтарыбыҙҙың Мәскәүҙә Беренсе каналда барған “Dance-революция” тапшырыуында бейеүебеҙҙе башҡарыуына һоҡланып. – Ә бына йәшел бәрхәт менән алһыу төҫ, түшегеҙҙәге биҙәүестәр барыһы ла иҫ киткес матур һәм кәйефте күтәрә”.
Тик бына “Айтуған” коллективы бейеүсе Сергей Полунинды ғына үҙенең һәләтле, ҡабатланмаҫ икәнлегенә инандыра алманы. Тик ул ғына: “Юҡ”, – тине.
Фото: "Проуфу".
Читайте нас