Новости
2 Март 2020, 12:23

Ҡытайҙан ҡайтҡан ҡатын шик тыуҙырған

Ошо көндәрҙә Ҡытайҙан ҡайтҡан Өфөлә йәшәүсе ҡатын үҙен насар тойоп, Рәсәй урамында урынлашҡан 2-се поликлиникаға мөрәжғәт иткән. Табибтарҙа уның коронавирус менән зарарланыуына шик тыуып, ҡатын ашығыс рәүештә госпитализацияланған.

Ошо сәбәпле, дауалау учреждениеһы ваҡытлыса ябылып торған. Был халыҡ араһында төрлө һорауҙарҙар тыуҙырған.
“Ысынлап та, эпидемияға ҡаршы саралар уҙғарыу маҡсатында, поликлиника кисә бер ни тиклем ябылып торорға мәжбүр булды. Бөгөн ул штатлы режимда эшләй. Пациент госпитализацияланды, табибтарҙың даими күҙәтеүе аҫтында.
Короновирус таралған илдәрҙән килгән кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән һәр осраҡта, инструкцияға ярашлы, ошондай саралар күреләсәк”, - тип хәбәр итәләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: yandex.ru
Читайте нас