Новости
2 Март 2020, 08:41

Яҙҙы ҡаршыланылар!

Кесаҙна көндө район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда ҡыш менән хушлашыуға бағышланған күңел асыуҙар булды.

Масленицала йыр-бейеү гөрләп тороуы алыҫтан уҡ аңлашылды, Ҡоймаҡтарҙың хуш еҫтәре, самауарҙан бөркөлгән төтөн еҫе танауға килеп бәрелде. Был көндө әлеге майҙан матур костюмдар һәм дәртле музыка менән ысынлап та байрамға әүерелде.
Район үҙәге учреждениелары һәм ойошмаларының хеҙмәт коллективтары ике рәт итеп төрлө ризыҡтар менән өҫтәлдәр әҙерләгән. Уларҙа, әлбиттә, төп урынды йоҡа итеп бешерелгән һәм күпереп торған, эслек һалынған һәм һалынмаған, ҙур һәм бәләкәй ҡоймаҡтар урын алған. Реабилитация үҙәге вәкилдәре төрлө төҫтәге ҡоймаҡтар бешергән, ә медицина хеҙмәткәрҙәре хатта танк яһаған! Дөйөм алғанда, хужабикәләрҙең фантазияһына һоҡланмай мөмкин түгел! Барыһынан да күберәк Фазыла Ғәсәнова ғәжәпләндерҙе, ул шунда уҡ майҙанда ҡоймаҡ бешереү оҫталығын күрһәтте.
Хуш еҫле үлән сәйенән башҡа ҡоймаҡ буламы һуң? Сәскәле яулыҡтарҙа, шәлдәрҙә, биттәре ҡыҙарып торған, муйындарына кәрәндил элгән ҡатын-ҡыҙҙар мәтрүшкә, бөтнөк, һары мәтрүшкә сәйҙәре тәҡдим итте, өҫтәлдәрҙә самауыр шыжлап ултырҙы...
Тирә-яҡта таҡмаҡтар, дәртле йырҙар яңғыраны, ә иң ҡыйыу коллективтар сәхнәлә сығыш яһаны. Улар шулай уҡ бик төрлө итеп ҡыш ҡарасҡыларын да әҙерләгәйне! Мәҫәлән, район ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәренең ҡарасҡыһы битлектә һәм халатта ине.
Байрам күңелле, дәртле үтте. Ҡунаҡтарға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай театрлаштырылған программа тәҡдим ителде. Әкиәт геройҙары тамашасыларҙы конкурстарҙа һәм уйындарҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Яңғырап торған дәртле йырҙар халыҡтың күңелен күтәрҙе.
Сарала ҡатнашыусылар (Балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижад йорто, райветстанция, 1 һәм 4 һанлы балалар баҡсалары, реабилитация үҙәге, биләмә-ара китапханаһы, үҙәк район дауаханаһы, коррекция мәктәп-интернаты, район Мәҙәниәт йорто, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы коллективтары) төрлө номинацияларҙа Дипломдар менән бүләкләнде.
Һау бул, ҡыш! Хуш киләһең, яҙ! Әйҙә, ул беҙгә күберәк йылы ҡояшлы көндәр алып килһен!
Фаягөл ЙОСОПОВА.
А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас