Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ҡара уйлы кеше Мәләүез ҡалаһында холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырып, яңы ғына унан сыҡҡан. Ул Зенцов урамындағы һуңғы туҡталышҡа тиклем барып етеп, ишектәре бикһеҙ автобусты шәйләгән һәм кеше күрмәгәндә 16 мең һум аҡса, документтар ятҡан барсетканы урлаған. Был ваҡытта автобус йөрөтөүсе кафела булған.
Бурҙы Салауат ҡалаһында тоталар, унда ул кеше документтарынан файҙаланырға уйлаған. 36 йәшлек Һарытау кешеһен яңынан һаҡ аҫтына алалар. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шулай итеп, нәфсеһен еңә алмаған иргә иректә оҙаҡ йөрөргә насип булмаған. Әсә һөтө менән инмәгәнде, тана һөтө менән инмәҫ, тигәндәре шулдыр, күрәһең.