Новости
2 Март 2020, 06:35

Вәт, исмаһам, егетлек!

Интернет селтәрендә күңелде йылытырлыҡ яҡшы хәбәрҙәр ҙә аҙ түгел. Ҡайһы берҙәре тураһында уҡығас таныш булмаған изге йәнле кешеләр өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна, уларҙың был ҡылығы үҙеңде лә яҡшы аҙымға этәрә.

Үҙҙәренә файҙа эҙләмәй генә изгелек ҡылып, кешеләргә шатлыҡ өләшеп йөрөүсе билдәһеҙ егеттәр Салауат ҡалаһында йәшәй. "Изге күңелле кеше" ойошмаһы егеттәре пенсионерҙарҙың магазиндан алған аҙыҡ-түлегенең хаҡын үҙҙәре ҡаплап, ололарға әҙ булһа ла ярҙам итә, күңелен күтәрә икән. "Бәйләнештә" селтәрендә һалынған роликтан күренеүенсә, егеттәр супермаркеттағы оло йәштәге ҡатын эргәһенә килеп, уның алған тауарҙарының хаҡын ҡаплай, уға матур теләктәрен еткерә. Ҡатын тәүҙә быға бик ғәжәпләнә, шунан тыйнаҡ ҡына йылмайып егеттәргә рәхмәт әйтә башлай. "Изге кешеләр" кисә акция үткәргән: улар бер нисә пенсионерға ошондай уҡ ярҙам күрһәткән.
Бер ҡарағанда, был бәләкәй генә ғәмәл кеүек, ә шул уҡ ваҡытта ни тиклем тулҡынландырғыс, ихлас күренеш! Ошондай кешеләр күберәк булғанда донъя тағы ла йәмлерәк, сағыуыраҡ, кешеләр бәхетлерәк булыр ине. Афарин, Салауат егеттәре!
фото: bel. cultreg.ru.
Автор: Аклима Гизатуллина.https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/V-t-isma-am-egetlek-144026/
Читайте нас