Елена Швейцарияға 2015 йылда күсеп китә. Серджио Джуссани менән ул интернеттағы танышыуҙар сайты аша таныша. Европаға шулай уҡ бәлиғ булмаған ике ҡыҙын да эйәртә. Әммә унда хыялдағы ожмахҡа тиң тормош урынына, ауыр ысынбарлыҡ көтә. Һайлаған йәре бер ҙә Аҡбуҙаттағы принц булмай сыға шул.
Ир бурысҡа батҡан булып сыға, элекке ҡатыны Мониканы һәм уртаҡ улдарын аҫрай. Етмәһә, Моникаһы бер ерҙә лә эшләмәй, наркоман, алкоголик була. Серджио уға булған бар асыуын Еленанға һәм ҡыҙҙарына төшөрә: ваҡыты-ваҡыты менән ҡул күтәрә, туҡмай.
2016 йылда ирҙең тәүге ҡатыны Мониканы үле килеш табалар. Күпмелер ваҡыттан һуң Серджио ҡатынды уҙе үлтереүе тураһында белгертә.
Сираттағы янъялдан һуң тамам тәҡәте ҡороған Елена түҙмәй, полицияға мөрәжәғәт итә. Улары килеп өйҙө тентей, рөхсәтһеҙ һаҡланған тулы арсенал ҡорал табалар. Серджиоға ҡарата енәйәт эше асып, ҡулға алалар, унда ул кеше үлтереүҙә лә ғәйебен таный.
Әммә ҡот осҡос тормош бының менән тамамланмай, ә тамуҡҡа тиң ыҙаланыуҙар башлана. Күпмелер ваҡыттан һуң ир кеше, икенсе менән сыуала тигәнде ишетеп, ҡатындан үс алырға була. Мониканы үлтерергә Елена ҡотортто, мине енәйәткә этәрҙе, ти ул.
Баҡтиһәң, Серджио 20 йылллап хәрби булып эшләгән, шулай уҡ психиатрҙа иҫәптә торған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уға тулыһынса ышаналар. Әхирәте менән хатлашҡандағы ҡайһы бер һүҙҙәргә лә таянып, Еленаны ғүмерлеккә төрмәгә ябалар, ә иргә 16 йыл бирәләр.
Интернет мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса, Еленаның адвокаттары Швейцарияның Тичино ҡалаһындағы аппеляцион судҡа ҡатындың ғәйебе юҡлығын дәлилләгән факттарҙы килтергән. Оҙаҡламай был эште яңынан ҡараясаҡтар.
Бәхет эҙләп, бәхетһеҙлеккә тарыған яҡташыбыҙға уңыш йылмайыр тип өмөт итәйек. Был ғибрәтле хәлдәрҙән һуң интернет аша йәр табып, белмәгән-күрмәгән кешегә ышанып, ете ят ергә сығып китергә әҙер ҡатындарыбыҙ уйланһын ине.
Фото интернет селтәренән.