Новости
2 Март 2020, 12:26

Ләйсән Үтәшеваның улы көтөүҙән һыйыр ҡаршылағыһы килә

Сығышы менән Әлшәй районының Раевка ҡасабаһынан булған билдәле спортсы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, танылған телевидение алып барыусыһы һәм модель Ләйсән Үтәшева һәр саҡ тамырҙары бәрәкәтле башҡорт еренән булыуына баҫым яһай. Был хаҡта ул төрлө баҫмаларға биргән интервьюларында ла йыш билдәләй.

Ваҡытында буласаҡ тормош иптәше – билдәле көлкө оҫтаһы Павел Воля Ләйсәндең ҡулын һорар өсөн Раевка ҡасабаһына – уның ҡартатаһы менән өләсәһе янына килә.
– Өләсәйем менән ҡартатайымдың йорто – мин генә түгел, ирем Павел һәм балаларым өсөн дә көс туплар ҡотло урын ул. Бала саҡта һәр йәйҙе Раевкала үткәрҙем һәм өләсәйемдең ҡушыуы буйынса һыйырҙы көтөүҙән ҡаршы алырға бара торғайным. Бөгөн улыбыҙ Роберт та минең кеүек көтөүҙән һыйыр ҡаршылау тураһында хыяллана.
Интернетта Ләйсәндең тамырҙарына, дини инанысына ҡарата һүҙ ташлаусылар ҙа күп кенә. Был хаҡта бына нимә ти билдәле яҡташыбыҙ: “Үҙеңде башҡорт халҡының бер өлөшө тип тояһың икән, бер-беребеҙгә ярҙам итергә, бер-беребеҙгә ғәйеп ташламаҫҡа тейешбеҙ. Өләсәйҙең изге доғалары, өйҙә бешкән бәлеш еҫе, бала саҡтағы дуҫлыҡ һәм туған төйәктәге таныш һуҡмаҡтар беҙҙе берләштерә, яҡын кешеләр итә”.
Фото: kinderik.ru
Читайте нас