Новости
2 Март 2020, 12:19

Киске ашҡа алма кексы

Уның өсөн ике стакан он, бер сәй ҡалағы сода, ¾ стакан шәкәр, өс йомортҡа, ½ сәй ҡалағы ванилин, бер стакан ҡаймаҡ, ике алма, ½ сәй ҡалағы тоҙ, бер сәй ҡалағы дәрсен, бер семтем ҡәнәфер, ½ стакан аҡ май, ¾ стакан һоро шәкәр, 1/3 стакан саған һуты, ½ стакан ҡыҙҙырылған сәтләүек, үҫемлек майы кәрәк.

Әҙерләй башлайбыҙ. Аҡ майҙы йомшарһын өсөн алдан уҡ һыуытҡыстан алабыҙ. Мейесете 180 градусҡа тиклем йылытабыҙ. Кекс формаһын майлап он һибәбеҙ. Алманы таҙартып, уртаһын алып ҡырғыста ҡырабыҙ. Тәүҙә ондо, сода, тәмләткестәр ҡушып болғатабыҙ. Аҡ май менән шәкәрҙе ике минут тирәһе миксерҙа туғыйбыҙ. Йомортҡа, ванилин, ярты ҡаймаҡты, ҡоро ҡатнашманың 1/3 өлөшөн ҡушып тағы ла туғыйбыҙ. Ҡамыр ҡатнашмаһы килеп сыға. Уны ҡырылған алмаға ҡушабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамырҙы тигеҙләп формаға һалабыҙ. Шунан мейестә 50-55 минут тирәһе бешерәбеҙ. 10 минут форманан алмайынса һыуытабыҙ ҙа. Саған һутын, шәкәр, тоҙ ҡушып талғын ғына утта кәстрүлдә шәкәре ирегәнсе ҡайнатабыҙ. Һөт өҫтө ҡойоп, ҡуйырғансы тағы ла 10-12 минут тирәһе утта тотабыҙ.
Һыуығас кексҡа әҙер карамель ҡоябыҙ. Әҙер ризыҡты сәтләүек һибеп өҫтәлгә ҡуйһаҡ та була.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Smak.ua
Читайте нас