Ошо матч айҡанлы, билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, абруйлы халыҡ-ара премиялар лауреаты Илдар Абдразаҡов "Өфө" футбол клубының рәсми формаһын кейҙе. Шул рәүешле ул командабыҙға теләктәшлек белдереп, бөгөнгө осрашыуҙа уңыштар теләне.