Новости
2 Март 2020, 12:03

Иҫерек ҡатын юлға сығып ята...

Социаль селтәрҙәрҙә бер ҡатындың оло юлға сығып, үҙен генә түгел, водителдәрҙе лә хәүеф аҫтына ҡуйыуы тураһында яҙалар.

Инцидент Стәрлетамаҡ - Өфө трассаһы буйында урынлашҡан “Юлдаш” кафеһы эргәһендә теркәлә. Иҫерек ҡатын юлға сығып ята... Ярай әле битараф булмаған, иғтибарлы водителдәр бар.
“Юлда кеше ятҡанлығын абайлап ҡалып, тиҙ генә автомобилемде туҡтаттым. Тәүҙә мин уны тапатҡандар икән тип уйланым, ҡатын бер нимә лә аңламай, шыр иҫерек ине. Уны хәүефһеҙ урынға илттем, 911 телефоны буйынса шылтыратып, хәл тураһында еткерҙем”, - тип хәбәр итә бер водитель.
Комментарийҙарҙа тап ошо урында ҡыш ике ҡатынды тапатыуҙары тураһында яҙалар. Хәүефле урында тағы бер фажиғә була яҙҙы...
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас