Новости
2 Март 2020, 06:38

Фәрүәз Урманшин алтын юбилейға әҙерләнә

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, моңло тауышлы йырсы, алып барыусы Фәрүәз Урманшин быйыл майҙа ғүмеренең 50 йәшлек үренә аяҡ баҫасаҡ. Ошо айҡанлы ул сәхнәләш дуҫтары Резидә Әминева, Юнир Һағынбаев, Илнур Ишембаев менән Башҡортостандың төрлө төбәктәренә гастролгә юлланмаҡсы. Йырсы юбилей концерты менән Ишембайҙа, Федоровкала, Салауат ҡалаһында, Күгәрсен, Сибай, Темәс, Асҡар тарафтарында сығыш яһаясаҡ.

“Артабан Белорет, Учалы, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Магнитогорск ҡалаларында, Ғафури, Архангел, Миәкә, Мәсетле, Белорет, Хәйбулла, Ейәнсура райондарына ла юлланырбыҙ, тип торабыҙ, Аллаһ бойорһа” , - ти Фәрүәз.
Ә инде алтын юбилейға килгәндә, бына нимә тине ул был хаҡта: “Шөкөр “алтын урталыҡ”ҡа ла етеп барыла, ғүмеремдең йәмле йәйенә аяҡ баҫам. Көс-дәрт ташып тора, кәр ҙә бар, ихлас ижад итеү ниәте лә һүнмәгән. Йәшәү ҡәҙерен белеп йәшнәр осор. Үҙемде һис тә 50-лә тип тоймайым, күңелем һаман 25-тә генә кеүек...”
Әйткәндәй, йырсының гастроль тамашаһы ла тап шулай – “Күңелем – 25-тә, үҙем 50-лә генә!” тип атала. Ә Өфө тамашасыһын ул октябрь айында ҙур концерт менән ҡыуандырмаҡсы.
Фото: Ф. Урманшиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас