Новости
2 Март 2020, 06:24

Этте үлтерергә ни хаҡы бар?

Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында ике күрше араһында низағ сыҡҡан. Аныҡлабылраҡ әйткәндә, иң тәүҙә уларҙың эттәре эләгешеп киткән, унан инде хужалар ҡушылған. Бер эттең хужаһы оҙаҡ уйлап тормаған: һунар бысағын алып, үҙенекенә ташланған этте ҡаты яралаған. Оҙаҡ та тормай, затлы нәҫелле эт йән биргән.

Был хаҡта “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итә. Үлгән эт хужаһы Александр әйтеүенсә, ул бынан бер нисә аҙна элек кане-корсо нәҫелле ике һаҡсы эт һатып алған. Бөгөн иртән ул ихатала хужалыҡ эштәре менән шөғөләнгән, эттәре йорт тирәһендә йөрөгән.
Был ваҡытта күршеһе питбуль нәҫелле этен урамда йөрөткән. Әйтергә кәрәк, был бик хәүефле нәҫелдән һанала, уны урамда моронлоҡһоҙ һәм бәйһеҙ йөрөтөү тыйыла.
Әлбиттә, эргәлә эт булғанын тойоп, Александрҙың ике кане-корсоһы ла урамға ташланған. Эттәр эләгешеп киткән.
Ошонда көтмәгән хәл булған: Александр ҡапҡаһын асып, эттәрен саҡырам тигәнсе, питбуль хужаһы килеп тә еткән һәм ...олоғара һунар бысағын алып бер кане-корсоны үлемесле яралаған. Муйынына бысаҡ тейгән эт яфаланып ятҡандан һуң, йән биргән.
Александр бысаҡлы күршеһенә ҡаршы полицияға ғариза яҙған. Баҡһаң, ул үҙенең бәйһеҙ йөрөткән питбуле менән күптән күрше-тирәне йонсота икән. Этенә бер ваҡытта ла моронлоҡ кейҙермәй, бәйҙә йөрөтмәй, быға тиклем кешеләргә лә һөжүм иткәне булды, тиҙәр ауылда этте үлтергән әҙәм тураһында.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ваҡиға буйынса тикшереү эше бара, хәлде һүрәтләгән видеояҙманы ла ҡарайҙар.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ: бар ауылды ҡурҡытып тотҡан эт һәм уның хужаһын нисек еңергә мөмкин?
Фото: ufa.kp.ru
Читайте нас