"Крокус Сити Холл" тип аталған концерт залы 7 300 тамашасыға иҫәпләнгән. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм “Бизнес-онлайн” баҫмаһы фаразы буйынса “Йыл кешеһе” исеменә лайыҡ яҡташыбыҙ был юлы ла һынатманы, зал тулы тамашасылар яңы концерт программаһын алҡышлап ҡабул итте. Йырсы һуңғы йылдарҙа танылыу яулаған хиттарынан тыш, яңы композициялар ҙа башҡарҙы.