Новости
2 Март 2020, 12:04

Был “һуғышта” еңелмәҫкә ине...

Оператив кәңәшмәлә хәбәр ителеүенсә, уҙған аҙнала республика юлдарында 43 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа 50 кеше йәрәхәтләнгән һәм бер кеше һәләк булған. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, насар күрһәткес бер ни тиклем кәмегән кеүек. Тик Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был һандарҙан ҡәнәғәт булманы.

Билдәле булыуынса, Радий Фәрит улы авариялар һәм уларҙа һәләк булғандар һанын кәметеү бурысын ҡуйғайны. Тик, тәүге ике ай һөҙөмтәһе буйынса, хәлдәр насар. Йыл башынан алып 64 кеше һәләк булған, былтырғы менән сағыштырғанда, етәүгә күберәк.
Комитет рәйесе һүҙҙәре буйынса, бында юлдарҙы сифатлы итеп ремонтлау, видео- һәм фотокамералар ҡуйыу, махсус комиссия эшен әүҙемләштереү ыңғай һөҙөмтә бирергә тейеш.
Янғындарға килгәндә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, уҙған аҙнала 105 янғын сыҡҡан, уларҙа өс кеше һәләк булған.
– 8 Март байрамы етеп килә. Йыллыҡ статистика буйынса, һәр ваҡыт байрам осоронда янғындар һәм уларҙа һәләк булғандар һаны арта. Шуға күрә муниципалитеттарға быны иғтибарҙа тоторға, имен булмаған кешеләргә өй буйлап йөрөргә кәңәш ителә, – тине ул.
Уҙған аҙнала өс кеше бейектән ҡолаған, икәү һәләк булған. Һыу объекттарында ғәҙәттән тыш осраҡтар теркәлмәгән.
Республикала ике боҙло кисеү ябылған. Һауа шарттарына ярашлы, оҙаҡламай башҡалары ла ябылып бөтәсәк. Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә ташҡынға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды.
Фото: БР ЮХХДИ-һы.
Читайте нас