Был хаҡта “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итә. Медицина учреждениеһы цемент заводы биләмәһендә ойошторолған. Айырым торған бинала 16 изолятор бар, улар коронавирусҡа бәйле шик аҫтына алынғандарҙы күҙәтеү аҫтында тотоу өсөн булдырылған.
10 февралдә унда карантинға 14 Ҡытай гражданы оҙатылған. Пациенттар көн дә медицина тикшереүе үткән, ошо көндәр эсендә уларҙа ауырыу билдәләре асыҡланмаған.
Асҡар район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, 10 һәм 25 февралдә кешеләрҙән коронавирусҡа тикшереү өсөн ҡан анализы алынған, 27 февралдә һөҙөмтәһе асыҡланған: изоляторҙағы граждандарҙа корнавирус юҡ. Кисә был граждандар өсөн карантин тамамланған.
Шулай итеп, Башҡортостан биләмәһендә коронавирус инфекцияһы менән сирләү осрағы рәсми теркәлмәгән.