Ырымдарға, хөрәфәттәргә иң ныҡ ышаныусан ир-ат Дондағы Ростовта йәшәй икән, улар 29 февралдә өйләнеүҙән бөтөнләй баш тартҡан. Күптәр никахҡа инеү көнөн дүрт йылға бер тапҡыр ғына билдәләү менән ҡәнәғәт түгел. Ә бына тыуған көндәрен дүрт йылға бер тапҡыр ғына үткәрергә тура килгәндәргә ни эшләргә?
Астрологтар бөгөн насар уйҙарҙы башығыҙҙан ҡыуып сығарырға, юҡ-барға ышанмаҫҡа кәңәш итә. 29 февраль ғәҙәти ял көнө, йорт эштәре өсөн бик ҡулайлы мәл тип иҫәпләй. Әле планетала дүрт миллиондан ашыу кеше бөгөн тыуған көнөн үткәрә, улар бар яҡтан да үҙенсәлекле көндә, ҡыш менән яҙ араһында тыуған бәхетлеләр. Барыһына ла уңыштар теләйбеҙ!
Ләйсән тигән танышым әйтеүенсә, уны туғандары ғәҙәттә 28 февралдең һуңғы минуттарында ҡотлап шылтырата. ”Иремә минең кәбисә йылында тыуыуым бик оҡшай, һин бер кемгә лә оҡшамағанһың, ти. Дүрт йылға бер тапҡыр ғына үткәргәс, тыуған көндө ғүмерҙә иҫтә ҡалырлыҡ итергә тырышабыҙ. Бөгөн миңә ни бары “10” йәш! Ҡыҙыма ла 10 йәш! Икебеҙ ҙә рәхәтләнеп көлөшәбеҙ - беҙ бит игеҙәктәр!”
Фото:Ufa.ru
. Дина Арсланова