Эш шунда, был тапшырыуҙа бер билдәле, уңышлы һәм бай ир-ат ҡатын-ҡыҙҙар менән таныша һәм мөнәсәбәт төҙөй. Тапшырыу һайын береһен төшөрөп ҡалдырып, аҙағында иң-иңен һайлай. Әйткәндәй, быйыл тәүге тапҡыр унда билдәле “йондоҙ” түгел, ә ябай стоматолог ҡатнаша. 27 йәшлек Антон Криворотов өсөн 25 гүзәл зат көс һынашасаҡ. Һәм улар араһында беҙҙең Зәки ҙә бар. Баҡһаң, был ир бер нисә йыл инде ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә йәшәй һәм үҙен күп гүзәл заттан матурыраҡ тип һанай икән. Зәки модель булып эшләй, ә ҡасандыр инженер булып хеҙмәт юлын башлаған.
Беҙ яҡташтарыбыҙ федераль каналға барып, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашһа, бик ҡыуанабыҙ һәм тиҙ арала был яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ. Уларҙың уңыштары тураһында һөйләйбеҙ. Ә бындай “билдәлелек” беҙҙең республикаға кәрәкме? Әллә тағы, миңә ҡалһа юҡтыр...