Новости
28 Февраль 2020, 05:25

Юғары тән температураһын нисек төшөрөргә?

Температураны 38,5 градустан юғары булғанда ғына төшөрөргә ярай. Был билдәгә тиклем организм үҙе көрәшергә тейеш. Әммә аҙ ғына температураны ла ауыр кисергән кешегә дарыу эсеп төшөртөргә ярай.

Халыҡ сараларын да иҫкә алайыҡ. Еүеш таҫтамал менән тәнегеҙҙе ышҡырға уйлаған булһағыҙ, һаҡ булығыҙ. Һулыш юлдары патологияһы булғанда, айырыуса һаҡлыҡ кәрәк. Тәнде ышҡыу өсөн йылымыс һыу кәрәк. Күптәр спирт һәм аш һеркәһе ҡуллана. Уларҙы бергә бер иҫәбенән һыу менән ҡушыу хәйерле.
Имбирлы ҡайнар сәй эсегеҙ. Таҙартылған һәм ыуғыстан ыуылған ярты стакан имбир өҫтөнә бал ағыҙабыҙ һәм һүрән утта ун минут бешерәбеҙ. Бер стакан сәйгә ярты бал ҡалағы имбирлы балды һалып эсәбеҙ ҙә яҡшылап төрөнөп ятабыҙ.
Күп итеп шыйыҡлыҡ эсегеҙ. Ябай йылы һыу ҙа, морс та ярай. Һыуға бал һалып эсеү ҙә файҙалы. Һыуығыҙ ҡайнар түгел, йылымыс булһын.
Ике аш ҡалағы әнис орлоғона шул уҡ күләмдә бал һәм ярты литр ҡайнаған һыу һалып, өҫтөн ҡаплап, 15 минут «һыу мунсаһы»нда тотабыҙ.
Һуңынан уттан алып, һөҙөп, көнөнә 3-4 тапҡыр эсәбеҙ.
Ҡурай еләге һәм йүкә сәскәһенән әҙерләнгән сәй ҙә файҙалы. Икешәр аш ҡалағы йүкә сәскәһе һәм кипкән ҡурай еләгенә бер стакан ҡайнар һыу һалабыҙ. 5-10 минут ҡайнатабыҙ ҙа, һөҙөп, төнгә ҡаршы эсәбеҙ.
Йүкә сәскәһен иһә элек-электән ҡулланалар. Бер аш ҡалағы йүкә сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу һалып, 20 минут бешерегеҙ.
Автор: Самат Ғәлинhttps://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Yu-ari-t-n-temperatura-in-nisek-t-sh-r-rg-139249/
Читайте нас