Төбәк прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылдың март айында, Сорғот ҡалаһының «Кедровый-16» коллектив баҡсаһында ғәйепләнеүсе менән баҡса хужаһы араһында табында низағ килеп сыға. 43 йәшлек "ҡунаҡ" ир иҫерткес эсемлектәр ҡулланғандан һуң ҡыҙып алып, баҡса хужаһына бысаҡ менән ташлана һәм күкрәгенә бер нисә тапҡыр сәнсә. Баҡса хужаһы урында уҡ йән бирә. Ҡырын эшен йәшерергә теләп, енәйәтсе ҡорбанының мәйетен йәшерә. Аҙаҡ ул ҡорбанының ҡулаҡсаһын да эҙләп таба, бер миллион һумға яҡын аҡсаға айыу майы һөртә. Бынан тыш "Сбербанк Онлайн" мобиль ҡушымтаһы ярҙамында үҙенең һәм ҡатынының банк иҫәбенә 500 мең һум аҡсаны ла күсерә. Һуңынан енәйәтсе был урындан ҡасып китә.
Башҡортостан кешеһенең Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлауы тураһындағы ялған дипломға эйә булыуы ла асыҡлана. Ул ялған документ менән Сорғот ҡалаһы ойошмаларына эшкә урынлашырға йыйыныуы ла билдәле була.
Суд ҡарары менән енәйәтсе ҡулға алынған. Ул 15 йылға яҡын ғүмерен тимер рәшәткә артында үткәрәсәк. Яҡташыбыҙ "Ҡунаҡ булһаң тыйнаҡ бул" тигән башҡорт мәҡәлен онотҡандыр, күрәһең...