Новости
28 Февраль 2020, 06:00

Ҙур форумға әҙерлек башланды

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы 2020 йыл ил Президенты Владимир Путиндың Указы менән Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Ошо Указды үтәү йөҙөнән ил төбәктәрендә бик күп саралар уҙғарыла.

Тиҙҙән республикала “Башҡортостандың бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли форумы уҙғарыла. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттең тейешле бойороғона ҡул ҡуйҙы.
Форумды үткәреү тәҡдимен Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе индергәйне. Сараға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты етәксеһе итеп Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев тәғәйенләнде. Комитетҡа шулай уҡ министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, тарихсы ғалимдар инде.
Ойоштороу комитетына – форумға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса саралар планын төҙөргә һәм раҫларға, республика Хөкүмәтенә – ошо бойороҡто тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына форумды яҡтыртыуҙы тәьмин итергә ҡушылды.
Автор: Лилия Давлетбакова.https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/ur-forum-a--erlek-bashlandi-140193/
Читайте нас