Республикабыҙ спортсылары араһынан Динар Вәлиев иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәште: ул команда иҫәбенә мөмкин булған 15-тән 14 мәрәй килтерҙе. Быға уның яңыраҡ ҡыҙының тыуыуы булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр.
Өфө командаһында Никита Богданов – мәрәйҙәр һаны буйынса икенсе урында. Ул Шадринск командаһынан өс тапҡыр донъя чемпионы Дмитрий Колтаковты еңеүгә өлгәште һәм командаға туғыҙ мәрәй килтерҙе.
Биш этаптан һуң “Башҡортостан-ЦТВС” командаһы иҫәбендә – 23, “Мега-Лада” – 16, Свердловск өлкәһенең ЦТВС-ДОСААФ-ы – туғыҙ, “Торпедо-ШААЗ” ете мәрәй йыйҙы.