Торфлы таблеткалар помидор, борос сәсеү өсөн бармай. Улар ҡауын, ҡарбуз, ташҡабаҡ, петуния сәсеү өсөн ҡулай. 1 литрлы, 1,5 литрлы шешәләрҙе төптән 10 – 15 сантиметрға ҡырҡып ташлағыҙ ҙа, үҫентеләрҙе шунда ултыртығыҙ. Улар үҫкән һайын тупраҡ өҫтәгеҙ. Былай эшләгәндә, үрсетмәләр өҫтәмә тамырҙар ебәрә. Ҙур һауытта һыу йыйылып тора һәм үҫентене сирләтә.