Мәғлүм булыуынса, “Һанлы сәғәт” республика етәксеһенең башланғысы менән уҙғарыла башланы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, цифрлаштырыу – иҡтисадтың үҫешен тәьмин итәсәк төп йүнәлеш ул.
– Ҙур эштә бөтә ҡатнашыусыларҙың – Хөкүмәттең, Башлыҡ Хакимиәтенең, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, эксперттарҙың, тармаҡ предприятиелары етәкселәренең тырышлығын берләштереү зарурлығын аңлап, “Һанлы сәғәт”те үткәрергә ҡарар иттем, сөнки һанлы иҡтисад тураһында күп һүҙ алып барабыҙ, ә асылда һиҙелерлек ысын һөҙөмтәләр күренмәй, – тине ул. – Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан планға ярашлы эш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Федерацияһында яҡшылар рәтендә. Беҙҙең уртаҡлашырлыҡ тәжрибәбеҙ бар, шул иҫәптән “һанлы хөкүмәт” йәһәтенән дә. Уңыштарыбыҙ ҙа байтаҡ. Быны танырға кәрәк. Ләкин тормош йылдам алға бара, ваҡыт үткән һайын әлегә тиклем башҡарғандарҙың барыһы ла көнүҙәклеген юғалта.
Комплекслы интеллектуаль видеокүҙәтеү системаһына килгәндә, дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин был системаның меңдән ашыу камераны үҙ эсенә алыуы тураһында һөйләне. Улар баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә лә, Ленин урамында ла, шулай уҡ “аҡыллы туҡталыштар”ҙа ла ҡуйылған. “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса эшләгән камераларға тоташтырыу иҫәбенә программа-аппарат комплексының мөмкинлектәрен киңәйтергә була. Бының өсөн магистраль оптик-сүс элемтә линиялары селтәрен үҫтереү шарт.
Радий Хәбиров нормативтарҙы һәм хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып, теге йәки был биләмәлә күпме камера кәрәклеген ентекле тикшерергә ҡушты.
Кәңәшмәлә шулай уҡ “Юл эксперты” ҡушымтаһын яңыртыу, төбәктәге юл хужалығына идара итеүҙең берҙәм платформаһын төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Геннадий Разумикин әйтеүенсә, ҡушымтаның яңы версияһы март башында әҙер буласаҡ. Ул юлдағы соҡорҙарҙы йылдам цифрлаштырыу һәм яңы миҙгелдә юл япмаһын һөҙөмтәле төҙөкләндереү мөмкинлеген бирәсәк.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов әле юлсыларҙың көн һайын 3-5 тонна асфальт түшәүе, Өфөнөң Пугачев урамында соҡорҙарҙы ямау тураһында һөйләне. Һауа шарттары яҡшырыу менән был урамдағы асфальт япмаһын тулыһынса яңыртыу күҙаллана.