Новости
28 Февраль 2020, 06:05

Ҡорал булһа, ул ҡасан да бер атасаҡ

Кушнаренко районының полиция хеҙмәткәрҙәре район биләмәһендәге бер баҡсасылыҡ ойошмаһы һаҡсыһының законһыҙ рәүештә ҡорал һаҡлауын асыҡлаған.

Уның торлағын тикшергән саҡта ике көбәкле киҫелгән ҡорал табылған. Уҙаман уны, йәнәһе, баҡсалар араһында табып алған һәм үҙенә алған.
Эксперттар тикшергәндән һуң ҡоралдың эшкә яраҡлы булыуы асыҡланған. Был хаҡта Башҡортостандың Эске эштәр буйынса министрлығы хәбәр итә. Әгәр ҙә полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡытында ошо хәлде асыҡламаһа, кем белә, кемдең башына етер ине ул ҡорал...
Законһыҙ ҡорал һаҡлау осрағы буйынса енәйәт эше асылған. Баҡсасылыҡ ойошмаһы һаҡсыһына бының өсөн дүрт йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Фото: 02.мвд.рф
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/oral-bul-a-ul-asan-da-ber-atasa-139965/
Читайте нас