Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
28 Февраль 2020, 05:25
“Минең әсәйем – таксист!” - тип ғорурлана балалар
Туймазы ҡалаһында Ҡорманғәлиндарҙың берҙәм ишле ғаиләһен белмәгән кеше юҡтыр. 27 йәшлек Альбина ире менән биш бала тәрбиәләй. Вадимға –туғыҙ, Вячеславҡа – ете, Анастасияға – биш, ә игеҙәктәр Валерия һәм Викторияға ике йәш.
Оло ғаиләнең мәшәҡәттәрен һанап сығыу ҙа мөмкин түгел. Альбинаның графигы минутлап бүленгән. Иртән ҙур улын мәктәпкә, ҡыҙҙарын балалар баҡсаһына илткәс, көндөҙ бәләкәй улын уҡырға оҙатырға һәм ҡаршылай башларға ла ваҡыт етә. Әсә сабыйҙары тураһында яратып, йылылыҡ менән һөйләй. Бөтәһе лә яҡшы, күңелле төҫлө, тик кәйефте ҡырған хәл дә бар. Ете кешенән торған ғаилә ваҡытлыса тораҡта йәшәй, сөнки бынан биш йыл элек төҙөүсенең яуапһыҙлығы һөҙөмтәһендә йорттары ваҡытында төҙөлмәй.
Ул саҡта өс балалы ғаилә бер миллион һумға сертификат алған була. Подрядсы килешеүҙе боҙа, сөнки бөлгөнлөккә төшкән тип иҫәпләнә, шулай итеп, ғаилә аҡсаһыҙ ҙа, йортһоҙ ҙа ҡала. Ҡорманғәлиндәр судта еңһә лә, әлегә шатланырлыҡ һөҙөмтә юҡ. Шулай ҙа улар төшөнкөлөккә бирелмәй, тормош иптәше машина ремонтлау менән шөғөлләнә, үҙе буш ваҡытында таксист булып эшләй.
”Пособие аҡсаһына йәшәүе ауыр, кредит та түләргә кәрәк”, - ти Альбина.
Ихатала буласаҡ йорттоң нигеҙе лә бар, төҙөлөш материалдары ла килтерелгән, улар, моғайын, үҙ сәғәтен көтә торғандыр. Тырыш ғаиләнең ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуына икеләнмәйбеҙ, иң мөһиме, уларҙың өйҙә ярҙамсылары үҫә.
Фото: BashNews
Автор: Дина Арсланова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mine--s-yem--taksist--tip-orurlana-balalar-139357/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"