Новости
28 Февраль 2020, 11:46

Өлгөлө атайҙарға - миҙал

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы «Атайлыҡ ҡаһарманлығы» миҙалын булдырҙы.

Уның менән балалары уҡыуҙа, хеҙмәттә, спортта һәм ижадта юғары уңыштарға өлгәшкән республикалағы атайҙар бүләкләнәсәк.
Өлгөлө ғаилә башлыҡтарын миҙалға улар эшләгән ойошма- предприятие етәкселәре тәҡдим итергә тейеш. Тәрбиәгә алған балаларҙы ла өлгөлө итеп тәрбиәләгән, хәрби бурысын үтәгәндә улдары һәләк булған атайҙар ҙа ситтә ҡалмаясаҡ. Документтар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
«Атайлыҡ ҡаһарманлығы» 24 июндә, Рәсәйҙә Атайҙар көнөн билдәләгәндә тапшырыласаҡ.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/lg-l-atay-ar-a-mi-al-142327/
Читайте нас