1. Ҡатын кешенең йәшен белергә теләйһегеҙ, тик тураһын һорарға ҡыймайһығыҙ икән, унан көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса кем икәнен белешегеҙ. Моғайын, 12 йылға яңылышмаҫһығыҙ.
2. Ҡайнар сәй йәки ҡәһүәне тиҙ генә һыуытырға теләһәгеҙ, сынаяҡҡа өс-дүрт бәләкәй йәки бер-ике аш ҡалағы һалығыҙ.
3. Спагетти ашарға яратаһығыҙмы? Бер кешелек порцияны дөрөҫ иҫәпләү өсөн пластик шешә кәрәк. Уның моронона күпме туҡмас һыя, бер кешегә шунса етә.
4. Магазинға китер алдынан һыуытҡысығыҙҙың эсен фотоға төшөрөгөҙ. Был һеҙҙә булған нәмәне алмаҫҡа ярҙам итәсәк.
5. Һыйығыҙ күп, ә өҫтәл бәләкәй икән, ике ҡатлы посуда ҡулланығыҙ. Улар менән хәҙер магазин тулған.
6. Ҡырҡылған сыр һыуытҡыста кипмәһен өсөн уға һыйыр майы һөртөгөҙ.
7. Әгәр табаны тоҙ менән бергә ҡыҙҙырһағыҙ, бешергән саҡта аҙыҡ таба төбөнә йәбешмәйәсәк.
8. Сәйәхәткә йыйынған саҡта үҙегеҙгә “Нимә алырға кәрәк?” тип түгел, ә “Мин нимәһеҙ бара алмайым?” тигән һорау бирегеҙ. Был әйбер йыйыуҙы күпкә еңеләйтәсәк.
9. Ағас йыһаздарҙың етешһеҙ урындарын йәшерергә теләһәгеҙ, уны таҙартылған әстрхан сәтләүеге менән ышҡығыҙ.
10. Ремонт башлайһығыҙмы? Буяу банкаһына канцеляр резинаһы кейҙереп ҡуйығыҙ. Шул саҡта бумалала артып ҡалған буяуҙы төшөрөү еңелерәк була.
11. Кешеләр дөйөм фотографияла күҙҙәре йомоҡ төшмәһен тиһәгеҙ, уларға күҙҙәрен ябырға ҡушығыҙ һәм, өскә тиклем һанағас, бөтәһе лә асһын.
12. Әгәр сайтта ҡапыл хәрефтәр ҙурайып китһә, CTRL + 0-гә баҫығыҙ. Ул элекке масштабты ҡайтарасаҡ.
13. Яңы фатирға күстегеҙ һәм әлегә шкафтарығыҙ юҡмы? Стенаға кәрниз ҡағып тороғоҙ – әйберҙәрегеҙҙе ваҡытлыса элергә урын булды.
14. Ҡапыл яҡтылыҡ бөтһә, ә телефондың көсө бар икән, бер шешә һыу ярҙамында яҡтыртҡыс эшләргә була. Экраны янып торған телефон өҫтөнә һыулы шешәне ҡуйығыҙ – яҡтыртҡыс әҙер.
15. Яҡын кешегеҙгә бүләккә нимә алырға белмәйһегеҙме? “Мин һиңә бүләк алдым, нимә икәнен әйтеп ҡара әле” тиһәгеҙ, ул тәү сиратта үҙенә кәрәк нәмәләрҙе һанап сығасаҡ.