Хәтеремдә, әле мәктәптә уҡыған саҡта, имтихан алдынан мотлаҡ өләсәйемә барып йоҡлай инем. Бик күп әкиәттәр белгән, йомаҡтар ҡойған ҡәҙерле кешемдең теләктәре миңә һәр саҡ ярҙам итә төҫлө.
Иртәнсәк өләсәйем арҡамдан һөйөп уята:
– Тор, ҡолонсағым, тор! Сәй эсеп алайыҡ!
Өҫтәл тулы һый: сейәле майы, йәш ҡорото, муйыллы эремсеге. Күпереп бешкән ҡомалаҡ икмәгенә яңы айыртылған ҡаймаҡты яғып, тәмләп сәй эсәм.
Өләсәйем аш доғаһын уҡып шөкөр иткәндән һуң, теләктәрен әйтә:
– Ҡыҙым бөгөн имтиханын “бишле”гә тапшырып ҡайтһын, Алла бирһә! Ҡыҙыма зирәк зиһен, камил аҡыл, күркәм холоҡ, тулы иман бир, Раббым! Ғилемен арттыр, зиһенен ҡеүәтлә, тел асҡысынан айырма. Уҡытыусыларының күңеленә мәрхәмәт бир. Белгән генә һорауҙары эләгеп, күңелдәре күтәрелеп ҡайтһын баламдың!
Һәм, ысынлап та, өләсәйемдең таңдан теләгән теләктәре ҡабул була. Һөйөнөсөмдө еткерер өсөн иң тәүҙә уға йүгерәм.
...Йылдар артында ҡалған “Өләсәй, “бишле!” – тип ҡапҡаны асып, һөрән һалған бала сағымды һағынам. Әле лә тормоштоң һынау ҡапҡаларын “Бишле” бит! “Бишле!” – тип үтергә яныбыҙҙа өләсәйем һәм уның тылсымлы доғалары булһын! Оҙон ғүмер, һаулыҡ һиңә, ҡәҙерле кешем!