Новости
28 Февраль 2020, 11:56

Өфөлә берәү үҙенең бесәйен 2 миллион һумға һата

Хужа ни өсөн шундай хаҡ ҡуйыуын аңлатҡан.

Уның һүҙҙәренсә, бер йәшлек фарсы бесәйе икенсе донъяға ҡапҡалар аса белә, баш ауыртыуын һәм импотенцияны дауалай, әруахтар менән аралаша һәм төрлө мөғжизәләр ҡылырға һәләтле икән.
Әммә хужаға журналистар шылтыратҡас, ул ниндәй мөғжизәләр икәнен әйтә алмаған. — Килегеҙ, үҙегеҙ күрерһегеҙ. Ул бик позитив бесәй, бар нәмәгә философтарса ҡарай. Әлегә ғәжәп йән эйәһен һатып алырға теләүселәр табылмаған. Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f-l-ber---ene-bes-yen-2-million-um-a-ata-141593/
Читайте нас