Новости
28 Февраль 2020, 10:13

Эдуардҡа уңыштар теләйек

Башҡортостандан биатлонсы Эдуард Латипов Рәсәй йыйылма командаһы составында Европа чемпионатында ҡатнашасаҡ.

Рәсәй Биатлонсылар союзынан хәбәр итеүҙә­ренсә, 26 февралдән 1 мартҡа тиклем Европа чемпионаты, көндәр йылыныу, ҡар етмәү сәбәпле, Эстонияла түгел, Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиҙа уҙғарыла.

Эдуард Латипов бала саҡта уҡ ил күләмендә үткәрелгән ярыштарҙа бер нисә тапҡыр чемпион булды. 2013 йылдан халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша. 2014 йылда үҫмерҙәр араһында ойошторолған Европа чемпионатында эстафетала көмөш миҙал яуланы. Ошо уҡ йылда донъя чемпионатында спринт һәм эстафета ярыштарында бронза миҙалға лайыҡ булды. 2015 йылда иһә үҫмерҙәр араһында үткәрелгән Европа чемпионатында беренсе урынды яуланы.

Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләнеhttps://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/eduard-a-u-yshtar-tel-yek/
Читайте нас