Новости
28 Февраль 2020, 10:23

“Еңел” аҡса ауыр тарта

Наркобизнесҡа “еңел” аҡса эшләү өсөн баралар, ти эксперттар. Тир түгеү ҙә, аҡыл да кәрәкмәй, ағыулы матдәләрҙе таратыу юлдарын эҙләү, “фекерҙәштәр” табыу ҙа етә. Был хәүефле эшкә бәлиғ булмағандарҙы йәлеп итергә тырышалар. Былтыр ошондай шөғөлдө һайлаған 30 бала наркотик менән тотолған.

Ишембай ҡалаһында йәшәгән ир, гаражда анаболик стероидтар етештереү лабораторияһы асып, ағыулы матдәләрҙе төрлө төбәк­тәргә таратыу менән шөғөлләнә. Һатып алыусыларын интернет аша таба. Полиция хеҙмәткәрҙәре 14 килограмм тыйылған матдәне тартып ала. Былтыр Башҡорт­останда ошондай биш меңдән ашыу енәйәт осрағы теркәлгән, 155 килограмдан ашыу наркотик ҡулға төшөрөлгән, 1700 кеше енәйәт яуаплылығына тартты­рылған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре әйте­үенсә, наркотиктар менән һатыу итеү күптән инде интернет селтәренә күскән, “аҡ үлем”де ҡулдан һатып йөрөү юҡ хәҙер. Махсус йәшереү урындарын алдан билдәләйҙәр һәм шунан барып алалар. Эске эштәр министр­лығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса идаралығы начальнигы Сергей Герасимов әйтеүенсә, былтыр республика биләмәһендә – 14, унан алдағы йылда 10 интернет-магазин юҡҡа сығарылған. Ҡағиҙә булараҡ, улар ойошҡан рәүештә эшләй, курьер, оператор, хатта “кадрҙар бүлеге” бар. Бер енәйәт эшендә әллә нисә төбәк кеше­ләренең ҡатнашыуы мөмкин.

“Еңел аҡса, тиҙ һәм хәүефһеҙ” – бындай белдереүҙәр интернетта быуа быуырлыҡ. Беҙ “еңел” аҡсаның ниндәй анһат эш икәнлеген дә, нисек түләгәндәрен дә аңлап етмәйбеҙ. Наркотиктарҙы бәләкәй генә ҡаптарға һалып, ҡала буйлап тараталар, ә кемгә кәрәк, ул шылтыратып, ҡайҙан алырға икәнлекте белә. Тотош сауҙа селтәре эшләй.

Йыш ҡына ошо “йәтмә”гә, ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнгән булыуына ҡарамаҫтан, төрлө класс уҡыусылары эләгә лә инде. Улар үҙҙәрен “статья” һағалағанын аңламай ҙа. Бындай енәйәт эше өсөн колонияла оҙайлы срок көтә. Аҙнаһына бер нисә сәғәт йүгергеләп йөрөгән курьерҙар йөҙ мең һумға яҡын аҡса эшләй. Иң мөһиме – телеңде ҡыҫҡа тот, артыҡ һорау бирмә, өндәшмә. Балаларға был эш мауыҡтырғыс та, табышлы ла тойола, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, енәйәт ҡапҡанына килеп эләгәләр. Ысынында иһә кемдер үҙенең нимә һатҡанын, нимә менән шөғөл­ләнгәнен аңлап та етмәй.

Наркобизнес – иң хәүефле енәйәт төрҙәренең береһе. Бөгөн донъяла 200 миллиондан ашыу кеше наркотик ҡуллана. Наркоиндустрия йылдан-йыл камиллаша, фәнни-техник прогрестың уңайлы ҡаҙаныштарын үҙ маҡ­сатында файҙалана.

Башҡортостан ҡалаларында наркобаҙар структураһы бөтөнләй үҙгәрҙе, ти хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәт­кәрҙәре. Героин, марихуана урынына наркотиктың башҡа төрҙәре, айырыуса спайстар килә. Беле­үегеҙсә, һуңғылары наркотик тип закон нигеҙендә нығытылды. “Роспотребнадзор” Рәсәйҙә һатыл­ған тартыу ҡатнашмаларын кеше­нең физик һәм әхлаҡи сәләмәтлеге өсөн бик хәүефле тип иҫәпләй. Йәш-елкенсәктең үлемесле мат­дәләрҙе көйрәтеүгә ылығыуын хоҡуҡ һаҡлау органдары ғына туҡтатырлыҡ түгел, уны бөтә йәмғиәт менән донъя кимәлендә хәл итеү бурысы тора.

Фото: pixabay.com
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләнеhttps://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/e-el-a-sa-auyr-tarta-/
Читайте нас