Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
28 Февраль 2020, 06:05
Ҡатынының кәүҙәһе янында үҙ-үҙенә ҡул һалған...
Благовещен ҡалаһында 40 йәшлек ир үҙ-үҙенә ҡул һалған. Уның кәүҙәһен үҙ фатирында 33 йәшлек гражданлыҡ ҡатынының мәйете янында табалар. Ҡатындың йөҙө, арҡаһы, аяҡтары күгәргәнлеге билдәле. Шулай уҡ ирҙең хушлашыу хаты ла булған.
Ошоға оҡшаш хәл күптән түгел Өфөлә лә теркәлде. Пенсия йәшендәге ир, ҡатынының кәүҙәһе янында өс көн ултырып, аҙаҡтан үҙенең ғүмерен ҡыйған. Уларҙың кәүҙәләрен Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ғына табалар, күршеләре насар еҫ тоя башлағас ҡына. Фатирҙы асып ингәндә, диванда 64 ҡатындың һәм ирҙең кәүҙәһенә тап була улар. Хоҡуҡ һаҡлаусылар асыҡлауынса, ҡатындың вафатына биш көн үткән, ә ирҙекенә - ике.
Тәфтиш комитеты был ике осраҡ буйынса ла тикшереү эштәре алып бара.
Фото: pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/atinini-k---e-yaninda---en--ul-al-an-138970/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"