Сибай ҡалаһының мәғариф бүлеге һәм яҙыусылар ойошмаһы тарафынан интернатыбыҙҙың беренсе сығарылыш уҡыусыһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға йәш ижадсылар бәйгеһе уҙғарыла. Унда уҡыусыларыбыҙ йыл һайын әүҙем ҡатнашып, гел алдынғы урындар яулай.
Ижади ҡарашлы ҡыҙҙар һәм егеттәр республика фәнни-ғәмәли конференцияларында, “Аҡмулла вариҫтары” һәм башҡа мәртәбәле конкурстарҙа еңеүҙәр яулай. Түңәрәккә йөрөгән уҡыусыларымдың күбеһе филология юлын һайлауына ҡыуанам. Ләйсән Мостафина, Әлфирә Сәғитова, Буранбай Илбәков, Фәтих Муллахмәтов, Нурия Фәтхуллина, Яҙгөл Собханғолова, Нурия Сафина, Гөлдәниә Һағынбаева, Гөлдәр Ишйәрова, Гөлйемеш Үтәғолова, Байрас Азаматов, Лиана Сәғитова, Сөмбөл Ыласынова кеүек ҡошсоҡтарымдың уңыштарына һоҡланам да, улар менән ғорурланам да. Шулар араһынан Яҙгөл Собханғолова, Нурия Сафина, Гөлдәниә Һағынбаева, Гөлдәр Ишйәрова Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһына ағза итеп алынды, Гөлдәниә Һағынбаева, Лиана Сәғитова, Сөмбөл Ыласынова “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрселәре булып танылды.
Бөгөн “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға әлеге көндә гимназияла белем алған уҡыусыларымдың һәм “Аҡ ҡауырһын”да ҡанат нығытып ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡан элекке ижадсыларҙың “күстәнәсен” тәҡдим итәм.